Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүселәр подвалды йыуынты һыу баҫыуға зарлана

Your browser doesn't support HTML5 video.

Таллин урамындағы 5 ҡатлы йорттоң аҫты йыш ҡына канализация һыуы менән тула. Идарасы компания уны таҙартып, хлор менән эшкәртеп сыға. Әммә химик матдәләр хәлде еңеләйтеү урынына ҡатмарлаштыра ғына. Йорт хужаларының үҙәгенә үткән проблема хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Канализация һыуының подвалға  тулыуын аҫҡа төшөп ҡарамайынса ла белергә мөмкин. Йорттоң ишеген асып  подъезға инеү ҙә етә. Эстән ысын мәғәнәһендә бәҙрәф еҫе килә. 

Идарасы компания подвалды эшкәрткәндән һуң проблеманың икенсе этабы башлана. Йортта йәшәүселәр  хлор еҫенән тонсоға башлай. Лена Вәлинурова әйтеүенсә, фатирҙы туҡтауһыҙ елләтергә тура килә. Был үҙ сиратында ике йәшлек улының даими сирләүенә лә килтергән.

Торлаҡ хужалары әйтеүенсә, ауыр еҫ өҫкө ҡатҡа тиклем барып етә. Ә  подвал өҫтөндә урынлашҡан фатирҙарҙа иһә еҫтән тыш,  стеналарҙың дымланыуы менән дә көрәшергә тура килә.

Уҙған быуат уртаһында төҙөлгән өйҙә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалғаны юҡ. Подвалға бысраҡ һыу тула, ҡыйыҡтан ҡар, ямғыр һыуҙары төшө. Йортта йәшәүселәр проблеманы хәл итеүҙе һорап төрлө тупһаларҙы тапай.

Фатир хужалары әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта етәкселәр алмашына, ә проблема  хәл ителмәй. Идарасы компания вәкилдәре әле лә подвалды һыу баҫыуҙы ғәҙәттән тыш хәл тип иҫәпләмәй, был дөйөм канализация селтәренең тығылыуы менән генә бәйле.  

Дим районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, әлегә канализация селтәрен эстән йыуҙыртып ҡарарға мөмкин. Был алым да ярҙам итмәһә линияларҙы ҡутарып, тотош системаны тикшерергә кәрәк буласаҡ.

Подвалды һыу баҫыуы йылдар буйы дауам итә. Өлкән быуын вәкилдәре проблеманың хәл ителеренә өмөтөн өҙгән. Ә бына йәштәр һаман да  үҙ фатирҙарында күкрәп тултырып тын аласағына ышана.

Рәмзиә Кәримова.