Өфөлә юниорҙар араһында ойошторолған химия буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бәйгелә район-ҡала мәғариф учреждениеларынан етмешкә яҡын бала ҡатнашты, уларҙың ҡырҡ проценты призерҙар исемлегенә инде. Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ грантына уҙғарылған сарала БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡатнашты.

Тимерҙе магнит менән йыйһалар, тоҙҙо һыуҙан нисек айырырға? Химия буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашыусылар ике сәғәт ярым эсендә дүрт ҡатнашмаға ингән элементтарҙы асыҡларға тейеш. Ваҡыт сикле, шуға күрә кабинетта көсөргәнеш артҡандан-арта.

Олимпиадала 7-8-cе синыф уҡыусылары ҡатнаша, уларҙың барыһы ла район-ҡала этаптарында уңышлы сығыш яһап, Өфөгә саҡырыу алған. Бәйге республика инженер лицей-интернатында ойошторолдо. Ике көн дауамында үҫмерҙәрҙең теоретик һәм практик белемдәре баһаланды.

Олимпиада Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ грантына уҙғарылды. Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина күптәнге хыялының тормошҡа ашыуын, хаҡлы ялда уҡыусылары өсөн оло ҡыуаныс кисереүен билдәләй.

Республика инженер лицей-интернаты юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Профориентация эшенә иғтибар юғары.

Уҡыусылар олимпиада барышында төрлө химик реакциялар үткәрергә өйәнде. Әйтәйек, спирт шәмендә магний онтағын яндырырға мөмкин, был күренеш бенгал утынхәтерләтә.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары үҫмерҙәргә химик шоу күрһәтте. Сара барыһында ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, олимпиада еңеүселәре Башҡортостан мәғариф министрлығынан дипломдар менән бүләкләнде, шулай уҡ иң яҡшы күрһәткестәр менән сығыш яһаусылар «Изотоп» йәйге химия мәктәбенә саҡырыу алды.

Гөлназ Хәйбуллина.