Ил парламентарийҙары генерал-полковник, Дәүләт Думаһы депутаты Николай Антошкинды һуңғы юлға оҙатты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы коронавирус эҙемтәләренән вафат булд

Николай Тимофеевич 1942 йылдың 19 декабрендә Башҡортостандың Федоровка районы Кузьминовка ауылында донъяға килгән. Ырымбурҙа Полбин исемендәге летчиктарҙың юғары хәрби училищеһын, Юрий Гагарин исемендәге хәрби-һауа, СССР-ҙың хәрби көстәр генераль штабы академияларын тамамлаған.

1993 йылда яҡташыбыҙ Хәрби һауа көстәренең фронт авиацияһы командующийы була. Һуңынан командующийҙың урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүгә тос өлөш индерә. Отставкаға генерал-полковник дәрәжәһендә китә. Уның хеҙмәте Ленин, 2-се һәм 3-сө дәрәжә «СССР-ҙың хәрби көстәрендә тыуған ил өсөн хеҙмәт», 3-сө һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән билдәләнгән. Николай Антошкин федераль хәрби мемориаль зыяратта ерләнде.

Айнур Кәбиров.