Баймаҡта «Быуындар хәтере мәңгелек» китабының исем туйы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йыйынтыҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан донъя күрҙе. Уның геройҙары – республика яугирҙары, алдынғы шәхестәр хаҡында киләһе сюжетта.

Бер кем дә, бер нимә онотолмаған. Китап авторҙары Тыуған иле, тыныслыҡ, киләсәк быуын өсөн йәнен аямай һуғышҡан  фронтовиктар яҙмышын тарих биттәрендә ҡалдырыу маҡсатын ҡуйҙы. Шулай уҡ, райондарҙың тыл һәм хеҙмәт ветерандары, билдәле шәхестәре китапта үҙ урынын алды. Темәс ауылынан Рауил Йәнсурин да –шулар араһында.

Баймаҡтар етмешкә яҡын материал әҙерләп, әүҙемлек күрһәтте. Журналистика ветерандары Ирек Бикмәтов, Гүзәл Ниғәмәтова, Рәшит Үтәев әңгәмәләрҙә, интервьюларҙа, архив материалдарҙа ваҡиғалар сылбырын тергеҙҙе.

«ֿБыуындар хәтере мәңгелек» китабы Гөлистан нәшриәтендә баҫыла. Проект авторы – «Деловой мир Башкортостана» гәзите мөхәррире Резидә Биҡҡолова. Китап туйын үткәреү буйынса эстафетаны баймаҡтарҙан Дыуан районы ҡабул итте.

Әлфиә Хәмитова.