Унынсы йыл рәттән уҙғарылған сираттағы уйында дүрт команда ҡатнашты. Аҡбирҙе ауылы йәштәре башта Таутөмәндән «Йылан» командаһы менән осрашып, уңышлы сығыш яһаны. Артабан финалда Иглиндең «Сокол»ын 10-2 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште.
Турнир республика кимәлендә үтәсәк уйындарға һайлап алыу этабы ла булып тора, иң яҡшы хоккейсылар район йыйылма командаһына эләгә. Аҡбирҙе ауыл биләмәһе етәкселеге билдәләүенсә, йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләү буйынса комплекслы эш алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина.