Башҡортостанда бер кеше янғында һәләк булған

Учалы районы Ҡобағош ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәндән һуң 59 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Әле янғын сәбәбе асыҡлана.