Инвестор 25 миллион һум аҡса бүлергә әҙер. Урындағы хакимиәт был проектты хупланы. Дим районында 1 меңдән ашыу бала футбол менән шөғөлләнә, яңы проект иһә ундайҙар һанын ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бирә, тип белдерелде. Инвестиция проекты ҡала хакимиәте ҡарауына тапшырылырға тейеш.