Башҡортостанда Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлын төҙөкләндереү дауам итә

Әлегә ер ҡатламын эшкәртелә, һыу торбалары һалына, юлға ҡамасаулаған электр линиялары күсерелә. Көн һайын бында 200 берәмек махсус техника эшләй. Трассаның дөйөм оҙонлоғо – 71 километр. Автомобиль юлын киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.