Башҡортостанда бөгөн матур датала 102 пар никахлашырға йыйына

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, законлы никах теркәү тантаналарының күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә уҙа. Ғаризаларҙың күбеһе Калинин районы ЗАГС-ына бирелгән.  Артабан Стәрлетамаҡ , Күмертау , Нефтекама һәм Туймазы  ҡалалары  килә. Быйыл туйҙар өсөн тағы  бер матур дата көтөлә.  12 февраль- йомаға тап килә.