Ғәли Соҡорой киләсәк быуындың белемле булыуына ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Уның исемен мәңгеләштереү мөһим, тине Республика Фәндәр Академияһы президенты урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒәли Соҡоройҙоң төп хеҙмәттәре башҡорт ырыуҙарына бағышланған. 19-сы һәм 20-се быуат башында башҡорттар үҙҙәренең ҡайһы ырыуҙан булыуын нисек танытҡан? Республика стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни анализлау үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт8 ғинуарҙа Ғәли Соҡоройҙоң 195 йыллығына арнап, Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында мемориаль таҡтаташ асылды. Уның йорт-музейына экскурсия, күргәҙмәләр ойошторолдо.