Илленән ашыу кеше янғын сығыу һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Утта баш ҡалалағы Бәләкәй урман заводы урамында ике ҡатлы барак янды. Фатир эсендәге утты һүндереүгә 46 хеҙмәткәр, 14 берәмек техника йәлеп ителде.

Ике ҡатлы ағас йортто ялҡын ялмап алыуы тураһында ҡотҡарыусыларға иртәнге туғыҙынсы биш минутта хәбәр итәләр. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ арала барып еткән янғын һүндереүселәр тәү сиратта халыҡты эвакуацияларға тотона. Торлаҡ эсенән 25 кеше , шул иҫәптән ете бала сығарыла.

Ике ҡатлы ағас йорт Г формаһында 37-се йылда төҙөлгән. Янғынды һүндереүгә 14 берәмек техника, 46 ҡотҡарыусы йәлеп ителде.

Виталий Барзайкин, янғын һүндереү етәксеһе

Янғынды һүндереүгә 8 торбанан һыу бирелә. Иртәнге сәғәт 11 тирәһенә ут таралыуы сикләнә. Әле ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер фатир хужалары янғын ассоциаль тормош алып барған күршеләренән сыҡҡан тип фаразлай. Ир йыш ҡына эсергә яратҡан , түшәктә ятҡан килеш тәмәке лә тартҡан.

Ишекте асһам, ҡуйы төтөн килә. Тиҙ генә яба һалдым, өйҙәгеләрҙе тиҙ генә тороғоҙ, янабыҙ тип уята һалдым.

Рәзилә Хисамова, Бәләкәй Урман заводы урамында йәшәүсе

Ут ялмап алған йорттан ханым үҙ аллы ҡотола алмаған. Коридорҙар һөрөм менән тулған була. Ул йорттан ҡотҡарыусылар ярҙамында ғына йорттан сыға. Үҙе менән ни бары өҫкө кейемен, телефон һәм паспортын ғына алып өлгөрә. Ҡалған мөлкәт тотошлайы менән янып көлгә әйләнә. Хәйер, баракта йәшәгән барыһы ла ошо хәлдә. Уларға әле 24-се мәктәптә ваҡытлыса йәшәү урыны ойошторолған.

Йәшәр урынһыҙ ҡалыусыларға иң беренсе сәй эсерҙек, ашаттыҡ. Ашатыуҙы ойошторабыҙ. Баш ҡаланың Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ваҡытлыса йәшәтеү фонды менән уларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ.

Ғәзизйән Әхмәтйәнов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары

Ғәҙәттән тыш фондта йөҙ кешелек урын бар. Ә утта янып бөткән йортта йәмғеһе 56 кеше йәшәгән. Шуға күрә торлаҡһыҙ ҡалыусыларҙы урынлаштырыу менән ҡыйынлыҡ булмаясаҡ. Ут сығыу сәбәптәрен белгестәр асыҡлай. Емереклектәрҙе аҡтарған ваҡытта 50 литрлыҡ һигеҙ һәм бер нисә бәләкәй газ баллоны табыла. Әммә янғын сәбәптәре газ шартлау менән бәйле түгел. Тәфтишселәр ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу фаразын дәлилләй. Янғын Күҙаллауҙар буйынса эсергә яратҡан ирҙең бүлмәһенән тоҡанған. Уның кәүҙәһе емереклектәрҙе аҡтарған ваҡытта табыла.

Айнур Кәбиров.