Күләмле дата уңайынан Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында хәрби-тактик уҡыуҙар үтте. Йылға аша етмеш метр арауыҡта понтон күпер һалынды. Үҙәк Хәрби округ составына ингән 12-се айырым гвардия инженер бригадаһының һөнәри оҫталығын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.
Дошман күктән һөжүм итеп, күперҙе шартлатты. Дим йылғаһы аша хәбри техника менән үтерлек түгел. Тактик-махсус уҡыуҙар сценарийы буйынса инженер ғәскәрҙәргә понтон ҡоролма һалырға кәрәк.
Боҙҙо шартлатҡандан һуң, йылыу барлыҡҡа килде. Участкала алтмыш тонна йөк күтәрерлек күпер һалына башланы. Ваҡыт һанаулы ғына, шуға күрә был эшкә ике тиҫтәнән ашыу һалдат йәлеп ителде.
Понтон күпер төҙөлөшө барғанда, яр буйына ҡарауыл ҡуйылды. Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Террорсылар яңынан һөжүм башланы.
Ниндәй генә алыш булмаһын инженер ғәскәрҙәр, сапёрҙар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Юҡҡа ғына уларҙы еңеүгә юл ярыусылар тип йөрөтмәйҙәр.
Хәүефле участкала таҙартыу эштәре тамамланғандан һуң, йылға аша хәрби техниканы сығарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бронетранспортерҙар колоннаһы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ понтон күпер аша үтте. Тактик-махсус уҡыуҙар барышын Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы халҡы ла күҙәтте.
Рәсәйҙә инженер ғәскәрҙәр көнө 21 ғинуарҙа билдәләнә, был дата осраҡлы һайланмаған. Теүәл 320 йыл элек Петр беренсе Указына ярашлы тупсылар мәктәбе ойошторола. Илдә инженер-техник белем биреүгә нигеҙ һалына. Участканы минанан таҙартыу, йылға аша күпер һалыу, бысраҡ һыуҙы таҙартып, зарарһыҙландырыу - бөгөн дә һалдаттар заманса ҡорамалдар һәм техника ярҙамында уҡыуҙар ойоштороп, юғары хәрби әҙерлеген күрһәтә. Шулай уҡ инженерҙар Ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
25 ғинуарҙа хәрби әҙерлек аҙналығы башлана. Шуға инженер бригаданы тағы ла күләмлерәк уҡыуҙар көтә. Әйткәндәй, был сарала ике йөҙҙән ашыу ҡеүәтлетехника ҡатнашасаҡ. Гөлназ Хәйбуллина, ВИ, ИШ, Яңылыҡтар – Шишмә районы.
Гөлназ Хәйбуллина.