Үҙен урман башҡорто тип атап, Ирәкте, йәғни Ҡара-табын ырыуы тарихын өйрәнеүгә нигеҙ һалған шәхес

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың Милли музейында XIX быуатта киң танылыу алған шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тормош һәм ижад юлына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала Башҡортостан фәндәр академияһы ғалимдары, тарихсылар сығыш яһаны.

Ғәли Соҡоройҙоң ҡулъяҙмалары бөгөн Өфө, Ҡазан һәм Санкт-Петербург ҡалаларында һаҡлана. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында 9 дәфтәр, йыйынтыҡ барлығы билдәле. Ҡулъяҙмалар эстәлегендә шиғырҙар, дастан һәм рифмалы әҫәрҙәрҙе тап итергә мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина.