10 ғинуарҙа Кропачев-Мәсәғүт-Ачит трассаһында теркәлгән аварияға бәйле яңы мәғлүмәт

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатмарлы йәрәхәттәр алған 13 йәшлек ҡыҙ санавиация менән Өфөгә килтерелде.

Үҫмерҙең ғүмере өсөн Республика балалар дауаханаһы табиптары көрәшә. Ә быға тиклем уны аҙнанан ашыу район дауаханаһының реанимация бүлегендә дауалайҙар, бала бер-нисә ҡатмарлы операция үткәрә. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, әлеге ваҡытта ҡыҙҙың хәле бер аҙ яҡшыра башлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кропачев-Мәсәғүт-Ачит трассаһында пассажирҙар ташыған ике «форд» транзит автомобиле бәрелешеүе һөҙөмтәһендә өс баланың ғүмере өҙөлгәйне. Юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе водителгә ҡарата сара күрелгән. Тикшереү тамамланғансы ул алдағы ике айҙа өйөнән сыҡмаҫҡа тейеш. 

Гүзәл Борханова.