Ике республика дуҫлығын көсәйтеүсе осрашыу

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Татарстандың Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашты. Күрше республиканың вице-премьеры Өфөгә ике көнгә, эш сәфәре менән килгән.

 Вәсил Шәйхрәзиев бөгөн легендар разведчик, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Даян Мурзиндың ҡәберендә булған. Татарстан ҡунағы билдәләүенсә, Башҡортостанда яу ҡаһармандарына ҙур иғтибар бирелә.

Азат Бадранов үҙ сиратында батырҙың исеме ике туғандаш республиканы бәйләп тороуын билдәләне. Даян Мурзин – легендар шәхес, ҡара генералдың биографияһы буйынса тиҫтәләрсә фильм төшөрөргә мөмкин, тине Азат Шамил улы. Татарстан вице-премьеры Башҡортостан башлығына һәм Хөкүмәтенә ике республика араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә тос өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Рәмзиә Кәримова.