Урындағы хакимиәт «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашып, яңы торлаҡ төҙөлөшөнә субсидия алғайны. Найм килешеүе буйынса улар сиратта торған мохтаж граждандарға тапшырылды. Был документҡа ярашлы, өй өсөн биш йылдан һуң ғына түләргә кәрәк, хаҡы юғары түгел, ни бары дөйөм сумманың ун процентын тәшкил итә. Өй туйлаусы аҡ халатлы белгестәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе ижади төркөм дә осрашты.
Сибәғәтуллиндар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Хәҙер ҡуртымға фатир алып йәшәү хаҡында оноторға мөмкин. Йәш пар район үҙәгендә найм килешеүе буйынса торлаҡлы булды. Ғаилә башлығы урындағы дауаханала хирург, онколог булып эшләй. Ҡырмыҫҡалыға «Ауыл табибы» программаһы буйынса ҡайтҡан. Йәш белгескә йәшел ут тигәндәй, быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә йәшәү урыны менән дә тәмьмин ителә.
Насип Сибәғәтуллиндың күршеһе лә дәүләт программаһы сиктәрендә торлаҡлы булған аҡ халатлы белгес. Әлегә яңы төҙөлгән йорттар ҡойма менән уратылмаған. Өй документтары теркәү үтә.
Марина Пономарева ғаиләһе менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған, былтыр августа бәхетле исемлеккә эләгеүҙәре хаҡында белеп ҡала. Николаевка ауылында фельшер булып эшләгән ханым йорттоң сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлөүен билдәләй.
Дәүләт программаһында ҡатнашыусылар торлаҡ төҙөлөшө барғанда подрядсы ойошма менән тығыҙ бәйләнештә була, өс бүлмәле йорттоң планына үҙгәрештәр индерә. Шулай уҡ эске яҡтан биҙәкләү эштәрен башҡарыуға теләктәрен белдерә.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районында өс йәш белгес торлаҡлы булған. Барыһы ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. «Ашығыс ярҙам» машинаһы водителе Руслан Майоровҡа яңы төҙөлгән күп ҡатлы йорттан бер бүлмәле фатир бирелгән.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте артабан да йәш белгестәр, йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл дәүләт программаһы сиктәрендә райондарға 84 миллион 300 мең һум аҡса бүленгән, сумманың күп өлөшө федераль ҡаҙнанан килә. Субсидияларярҙамында республикала йәшәүсе 61 ғаилә торлаҡлы буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина.