Өфөнөң Дим районында төҙөлгән 252-се балалар баҡсаһында төҙөлөш эштәре тотҡарланған. Торлаҡ йорттар күпләп төҙөлгән биҫтәлә мәктәпкәсә учреждение бөгөн көн талабы. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ата-әсәләрҙе лә аңларға мөмкин. Улар мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылыуын көтә. Һәр кем бәләкәс балаларын үҙҙәре йәшәгән йорт янындағы балалар баҡсаһына йөрөтөргә теләй.
«Аҡыллы» балалар баҡсаһы төҙөлөшө дәүләт стандарттарына ярашлы йыл ярымда тамамланырға тейеш була. Әммә грунт һыуҙарының өҫтә урынлашыуы проектҡа өҫтәмә төҙәтмәләр индерә. Һөҙөмтәлә проектҡа яңынан экспертиза үткәрелеп свайҙар ҡағыла, бина күтәрелә. Грунт һыуҙары аҫта ҡала.
Балалар баҡсаһында ясли йәшендәгеләргә ике төркөм тупланасаҡ. Ҡалған ун төркөмгә йөрөүселәргә лә иркен йоҡо бүлмәләре, музыка һәм спорт залдары ҡоролған. Яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылыу мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына сиратты кәметәсәк, тип көтөлә. Яркий микрорайонында балалар баҡсаһы эш башлаған, ә Балановола тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
«Аҡыллы « 252-се балалар баҡсаһына йөрөйәсәк балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн видеокүҙәтеү ҡоролмалары ла ҡуйылған. Янғын хәүефһеҙлеге йыһаздары ла тәртипкә килтерелә.
Дим районындағы аҡыллы балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән. Бында бәләкәстәр экология өлкәһендә һәләттәрен үҫтерә аласаҡ. Уның өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар алынған. Бөтә рәсми документтар тәртипкә килтерелгәндән һуң, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы тәүге тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова.