Табиптар династияһы һәм мең йыл дөйөм стаж

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе докторҙар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға. Хәйбуллиндарҙың ғаилә башлығы 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғаиләлә 18 кеше табип һөнәрен үҙләштереп, ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған.Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида ким репортажында.

80 йәшлек юбилейын билдәләгән Ғөбәйҙулла Хәйбуллинды ҡотларға килгән балалары, туғандарынан ишек төбөндә хатта, сират барлыҡҡа килгән. Ҙур ғаилә ағзалары уларҙың тормошонда дөрөҫ һөнәр һайларға, профессиональ яҡтан үҫешергә ярҙам иткән кешегә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға. Иң беренсе булып хирургия юлын һайлаған табип медицина өлкәһенә өс туғанын, аҙаҡ балаларын, хатта ейәндәрен йәлеп итә.

Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ғөбәйҙулла Хәйбуллин  медицина факультетына уҡырга ингән иптәштәре артынан эйәрә. Уҡый башлау менән егет күңелендә хирургияға ихлас ҡыҙыҡһыныу уяна. Һуңғараҡ ул тормошон медицинанан башҡа күҙ алдына килтерә алмай, туғандарын да ошо һөнәргә уҡытыр өсөн Өфөгә алып килә.

Дүрт бала үҫтергән Хәйбуллиндарҙың улдары ғына медицина юлын һайлап ҡалмай, яҙмыш ҡушыуы буйынса килендәре лә ошо уҡ өлкәлә эшләүсе терапевт, аллерголог була. Шуға ла ғаиләнең өйҙә үткәргән ял сәғәттәре лә медицина, пациенттар менән бәйле әңгәмәләргә ҡайтып ҡала. Ғаилә ағзалары тәжрибә уртаҡлаша, медицина яңылыҡтары буйынса фекер алыша, өлкән быуын вәкилдәре йәш табиптарға кәңәштәр бирә.

Башҡортостандың билдәле династиялары йыйынтығында үҙ урынын алған ғаиләнең дөйөм хеҙмәт стажы – мең йылға тиң тип иҫәпләнә. Ғаиләлә 18 кеше табип һөнәрен үҙләштереп яратҡан профессияһына тоғролоҡ һаҡлап, тәжрибәһен киләһе быуындарға тапшыра. Ғөбәйҙулла Хәйбуллин күптән хаҡлы ялда булһа ла былтыр ғына эшкә йөрөүҙән туҡтай. 80 йәшлек юбилейын ҡаршы алған табип ейән-ейәнсәрҙәренең дә олатай һөнәрен һайлауына ҡыуана.

Флорида Ким.