Республика башлығы Радий Хәбиров эшлекле башҡорт милли костюмын кейеү ҡағиҙәләрен раҫланы

Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Был ҡағиҙәләр дәүләт хеҙмәткәрҙәре, муниципаль чиновниктар, дәүләт органдары ҡарамағында булған ойошмалар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Ир-егеттер өсөн эшлекле башҡорт милли кейеме кәзәкин, салбар, күлдәк һәм аяҡ  кейеменән тора. Уның менән шулай уҡ камзул, түбәтәй кейергә, билбау быуырға мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙҙың эшлекле милли костюмы күлдәк, блузка һәм юбка, пиджак йә жилет, камзул һәм костюмға тура килгән аяҡ кейеменән ғибәрәт. Шулай уҡ биҙәүестәр ҡулланырға мөмкин. Комстюмдарҙың сағыу төҫтәрҙә булмауы шарт.

Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.