Башҡортостанда архитектура һәйкәле статусы алған 280 йорт капиталь төҙөкләндерелә

Улар республика программаһына индерелде. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай йорттарҙы ремонтлау сығымдары ҙурыраҡ, тарихи биҙәлеште һаҡларға, тергеҙергә тура килә. Өфөлә генә архитектура ҡомартҡылары һаналған объекттарҙың 60 процентына реставрация кәрәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығынан.