Тауарҙарҙы маркировкалау контрафакт һәм сифатһыҙ тауар әйләнеше менән көрәштә файҙаланыла

Башҡортостан “Ғәҙел билдә” тауарҙарҙы маркировкалау системаһына инеүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтендә. Әлеге көндә 10 мең тирәһе юридик һәм шәхси эшҡыуар теркәлгән. “Уҙған йыл кампанияға йәлеп итеү буйынса бизнес-шерифтар менән берлектә әүҙем эшләнек. Был эште быйыл да дауам итәбеҙ, маркировка системаһына яңы тауар төркөмдәре өҫтәлә”-, ти Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр  министры Алексей Гусев. Тауарҙарҙы маркировкалау контрафакт һәм сифатһыҙ тауар әйләнеше менән көрәштә файҙаланыла.