“Экология” милли проектына ярашлы, әле ҡорамалды монтажлау бара, роторлы һәм магнитлы сепараторҙар, автоматлаштырылған пресс, сорттарға айырыусы транспортерҙар, шулай уҡ комплексҡа идара итеү системаһы ҡуйыла. Яңы комплекс йылына 100 тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнә, 100-гә яҡын эш урыны булдырыла.