Башҡортостанда коронавирус тағы 168 кешелә асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 4 мең 678 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 659-ы  дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 41 пациент һауыҡҡан, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып   сирҙе  йоҡтороусылар һаны  22 мең 700-ҙән артты.