Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләү буйынса аралашыу маҡсатында халыҡ менән осрашыу үткәрергә ҡушты

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда халыҡ декабрҙә йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың 30-70 процентҡа артыуына зарлана. “Барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр архивы булдырылырға тейеш. Беҙ әле Благовещен ҡалаһында ошо эште яйға һалып барабыҙ. Сиратта - Өфө. һәр хеҙмәт буйынса айырым иҫәпләү үҙәге бар, шунлыҡтан аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға. Беҙҙең алда түләүҙәр системаһын тәртипкә килтереү бурысы тора”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Иртәгә управдом, подъезд буйынса яуаплылар һәм йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыу ойошторола. Йәмәғәт палатыһы йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһен етди күҙәтеүгә алырға тейеш.