Башҡортостан һанлы трансформация өлкәһендә Санкт-Петербург тәжрибәһен ҡулланырға йыйына

Был хаҡта республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Ул билдәләүенсә, әле төҙөлгән республика менән идара итеү үҙәге лә һанлы форматҡа күсеүҙең бер юлы. Мәҫәлән, демография мәсьәләһен анализлау өсөн ҡайҙа һәм нисә балалар баҡсаһы йәки мәктәп төҙөү кәрәклеген система үҙе һанап бирә. Санкт-Петербург мәғлүмәт-аналитика үҙәге урындағы власть органдарына бындай е эштәрҙе автоматлаштырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ һәр муниципалитетта һаулыҡ һаҡлау, юлдар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм финанс өлкәләрҙә төплө аналитика күрергә