Башҡортостанда террор ғәмәле иҫкәртелде

Федераль именлек хеҙмәте идаралығы мәғлүмәте буйынса, 26 йәшлек ир тәртип һаҡлау органдарына һөжүм әҙерләгән. Йәшерен урында ҡорал һаҡлаған. Ҡулға алыныусының террор ғәмәлен башҡарыу тәртибен Рәсәйҙә тыйылған "Хаят тахрир аш-Шам" ойошмаһы эмиссарҙарынан алыуы мәғлүм. Быны ирҙең гаджеттарындағы хәбәрләшеү яҙмалары раҫлай.