Сумма асыҡ һауала физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөүгә йүнәлтелә. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан өҫтәмә сығымдар бирелеүе тураһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Асыҡ һауала 100 комплекс төҙөү планлаштырыла. Улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Михаил Мишустин әйтеүенсә, халыҡты спортҡа ылыҡтырыу – төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Илдә 2030 йылға тиклем физкультура менән шөғөлләнеүселәрҙе 70 процентҡа еткереү бурысы ҡуйыла. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе башланғысы менән ауыл мәктәптәрендә спорт залдарын төҙөкләндереү өсөн киткән сығымдар 150 миллион һумға арта.