ЮХХДИ идаралығы юлда икеләтә иғтибарлы булырға кәңәш итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һауа торошондағы кинәт үҙгәрештәргә бәйле юлда икеләтә иғтибарлы булырға кәңәш итә. Яуым-төшөм артыуға бәйле, тиҙлекте кәметеү, автомобилдәргә идара итеү ҡатмарлаша. Шуға ла машиналар араһында дистанция һаҡлау, тиҙлек режимын үтәү мөһим.

Синоптиктар фаразлауынса, ял көндәрендә республика йылы атмосфера фронты йоғонтоһонда ҡала. Көслө епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары автоһәүәҫкәрҙәргә мәжбүр булмаған осраҡта оҙон юлға сыҡмаҫҡа, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.