Реконструкциянан һуң аэропорт майҙанында транспорт хәрәкәте схемаһы үҙгәреп,машиналарҙы үткәреү һәләте бер нисә тапҡырға арта. Водителдәргә шлагбаумды үтеү өсөн тығындарҙа ваҡыт әрәм итергә түгел. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡаралған хәҙмәттәр ҙә камиллаштырыла. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө аэропорты майҙанында йыш йөрөгән водителдәр төҙөкләндереү һөҙөмтәһен шлагбаумдар эргәһендә үк һынай. Быға тиклем транспорт ағымы көслө булған көндәрҙә тығындар барлыҡҡа килһә - әле киңәйтелгән рәттәрҙә автомобилдәр иркен хәрәкәт итә. Машиналарҙы видеокүҙәтеү системаһы аша ҡараған диспетчер автомобилдең дәүләт номеры хаҡында мәғлүмәтте туплап, дөйөм базаны туплап бара. Быға тиклем ҡағиҙәләрҙе боҙоусы водителдәрҙең тимер аты шунда уҡ экранда сағыла.
Реконструкциянан һуң водителдәр парковка өсөн банк картаһынан тыш смартфонға теркәлгән карта менән контактһыҙ рәүештә лә түләй ала. Аэропорт статистикаһы буйынса, әле машина хужаларының 40 проценты талон өсөн телефон аша иҫәпләшә.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн парковалағы урындар ике тапҡырға арттырылған. Шулай уҡ юл билдәләре эргәһендә аэропорт менән бәйләнеш телефон номеры күрһәтелгән. Ниндәйҙер ярҙам талап ителгәндә хеҙмәткәрҙәрҙе саҡыртырға мөмкин.
Аэропорттан сыҡҡан урында бер юлы ике шлагбаум ҡуйылған. Быға тиклем парковка өсөн аҡса түләргә теләмәгән намыҫһыҙ водитель алдағы машинаға яҡын терәлеп үтеп өлгөрһә, хәҙер был мөмкин түгел. Автомобиль ике шлагбаум араһында ҡыҫылып ҡалыуы ихтимал.
Флорида Ким.