Ауыл хужалығы: Ҡар аҫтында – иген

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» белгестәре ужым культураларының монолиттарын тикшерә башланы. Әлегә үҫемлектәрҙең нисек ҡышлауы хаҡында һығымта яһарға иртәрәк. Ерҙән ҡырҡып алынған өлгөләр лабораторияға ебәрелеп, төрлө температура режимында күҙәтеүгә алына. Ауырғазы районының сәсеүлек майҙандарында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булып ҡайтты.

Баҫыуҙағы участка 33 сантиметр бейеклектәге ҡар ҡатламынан таҙартылғандан һуң, йәшел үҫентеләр күренде. Ужым культуралары сатлама һыуыҡтарға бирешмәгән. «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге»нең Ауырғазы район-ара бүлеге белгестәре туңған ер өҫтөндә тейешле үлсәмдәр яһап, монолитты ҡырҡа башланы.

Егерме гектар сәсеүлек майҙанынан бер монолит ҡаҙып алынырға тейеш. Ауырғазы районында был эштәр «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы кооперативынан башланды. Предприятие белгестәре йылдағыса гектар ҡеүәте утыҙ центнер тәшкил итер тип өмөтләнә.

Сәсеүлек майҙандарында монолиттар ғинуарҙан алып мартҡа тиклем бер нисә тапҡыр ҡырҡып алына. Ужым культуралары өлгөләре лабораторияларға ебәрелә. Агрономдар уларҙы ҡоротҡостар, ауырыуҙар, ҡый үләндәренә тикшерә. Ауырғазы районындағы монолитҡа бәйле күҙәтеүҙәр ике-өс аҙнанан ғына билдәле буласаҡ. Әлегә ер туң.

Артабан үҙәк белгестәре үҫентеләрҙе микроскоп аша етди тикшереп, ужым культуралырының йәшәүгә һәләтлелеген, ҡышты нисек үткәреүҙәрен билдәләй. Мул уңыш йыйып, бураларҙы тултырыу - иҫкәртеү сараларынан башлана.

Гөлназ Хәйбуллина.