1944 йылдың 27 ғинуарында Ҡыҙыл Армия Ленинград блокадаһын өҙә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡала 872 көн дауамында дошмандар ҡамауында була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығын йәш быуынға еткереү маҡсатында тотош ил буйынса «Блокада икмәге» акцияһы үтә. Сараға Башҡортостандың Баймаҡ районы мәғариф усаҡтары ла ҡушылды.

Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалында хәрби-патриотик аҙналыҡ сиктәрендә «Блокада икмәге» акцияһы үтте. Һуғыш осорондағы рецепт буйынса ағас онтағы, ҡарағай ҡайрыһы,арыш ононоң көрпәһе ҡушып икмәк бешерелде. Студенттар ҡасандыр бик күптәрҙе аслыҡтан йолоп ҡалған 125 грамм телемдән ауыҙ итте.

Сарала тарихсы Айҙар Мәжитов студенттарҙы үҙенең шәхси музейында һаҡланған һалдат кейеме, снарядтар,һуғыш ҡоралдары менән таныштырҙы. Ул студенттарға ҡаһарман полк командиры, данлыҡлы яҡташыбыҙ Исхаҡ Иҙрисовтың хәрби юлы тураһында бәйән итте.

 Бөйөк Ватан һуғышында ата‐бабаларыбыҙ күрһәткән ҡаһарманлыҡтарҙы беҙ, йәш быуын, оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошондай тәрбиәүе саралар иһә халыҡ хәтерен яңыртып торасаҡ.

Раушания Рәхимова.