Бөгөн Өфөнөң барлыҡ райондарында ла торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, айырыуса йылытыуға хаҡ күтәрелеү сәбәпле, осрашыуҙар уҙҙы. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр менән йыйылыштар ойоштороу бурысын был аҙнала Республика башлығы ҡуйғайны. Һөйләшеүҙә район хакимиәттәре, ресурс компаниялары, йорт комитеттары етәкселәре, торлаҡ хужалары ҡатнашты. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе борсоған проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә халыҡ менән осрашыу был аҙнала ғына икенсе тапҡыр уҙа. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе бар. Мәҫәлән, Парк урамындағы йорт комитеты рәйесе Рөстәм Баянов әйтеүенсә, ошо берҙәмлек былтыр улар йәшәгән биш ҡатлы һәм һигеҙ подъезлы өйҙә ҡыйыҡты ремонтларға булышлыҡ иткән.
Торлаҡ хужалары быйыл «Башҡортостан ихаталары программаһында ҡатнашырға ла иҫәп тота. Йортта йәшәүселәр йылылыҡҡа тарифтар артыу сәбәбен дә асыҡлаған. Хаҡтар күтәрелеү ресурс компанияһы менән түгел, системаның төҙөкһөҙлөгө менән бәйле. Шуға уларҙың фатирҙары ла һыуыҡ булған. Хәҙер хужалар контролде үҙ ҡулына алырға ниәтләй.
Октябрь районы хакимитендә белдереүҙәренсә, һәр проблема айырым тикшереү һәм шәхси ҡараш талап итә. Шуға күрә лә осрашыуға муниципаль берәмек етәкселәре лә, ресурс компаниялары вәкилдәре лә саҡырылған.
Ошондай уҡ осрашыу Өфөнөң Дим районында ла бара. Халыҡты борсоған проблемалар белгестәр ҡатнашлығында бергәләп тикшерелә. Һөйләшеү биҫтәнең «Орион» кинотеатрында үтә, унда йөҙләп кеше ҡатнаша.
Күп ҡатлы йорттарҙа йшәүселәрҙе йылылыҡҡа тарифтарҙан тыш башҡа проблемалар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Улар күберәк юлдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу, йорттарҙы төҙөкләндереү менән бәйле. Мәҫәлән, Дағстан урамында йәшәгән Әнзирә Вәлмөхмәтова үҙе йәшәгән өйгә капиталь ремонт яһауҙарын һорап килгән.
Район хакимиәттәре белгестәре әйтеүенсә, торлаҡ хужалары менән осрашыуҙар киләһе аҙналарҙа ла дауам итәсәк. Сөнки һәр йорттоң, хатта фатирҙың проблемаһын айырым тикшереү, хәл итеү талап ителә.
Рәмзиә Кәримова.