Сиратты юғалтмаҫ өсөн булғанына ризалашҡандар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Туймазы ҡалаһында мөмкинлеге сикләнгән балалар сифатһыҙ фатирҙар менән тәьмин ителгән. Былтыр урындағы чиновниктар республика бюджетынан бүлегән субвенциялар ярҙамында биш ғаиләнең тормош шарттарын яҡштыртҡан. Әммә ата-әсәләрҙең ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылмай. Сөнки фатирҙарҙа күп етешһеҙлектәр асыҡлана. «Бәхет асҡысы» алған Ғабдрахмановтар менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.  

Инвалид бала тәрбиәләүсе әсәнең һәр иртәһе такси саҡыртыуҙан башлана. Юл хаҡы 70 һум тирәһе. Бер айға иҫәпләһәң байтаҡ ҡына сумма йыйыла. Ә бит элекке ятаҡ бүлмәһе интернатҡа ла, бассейнға ла яҡын булған, хәҙер сәнәғәт зонаһына күсеү менән сығымдар бермә-бер артҡан. Бәләкәй генә фатир былтыр район хакимиәте тарафынан һатып алған. Тәүҙәрәк етешһеҙлектәр әллә ни күҙгә салынмаһа ла, көндәр һыуытыу менән проблемалар башланған.

Даун сире менән яфаланған Айҙарҙың ата-әсәһе 9 йыл элек элек фатир алыуға сиратҡа баҫҡан. Баланың 18 йәше тулғас ҡына ғаиләнең күптәнге хыялы тормошҡа аша. Торлаҡтың хаҡы 1 миллион 300 мең һумға яҡын. Ғабдрахмановтар әйтеүенсә, был суммаға ҡала үҙәгендә тағы ла яҡшыраҡ фатир табырға мөмкин. Әммә урындағы чиновниктар йыраҡта урынлашҡан йортҡа өҫтөнлөк биргән.  

Ғабдрахмановтар менән бергә былтыр районда тағы ла дүрт ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителгән. Улар ҙа торлаҡ шарттарының насар булыуына зарлана. Ә бына район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, фатирҙар 44-се федераль законға, йәғни  электрон сауҙалашыу һөҙөмтәһендә һатып алынған. Бынан тыш, махсус комиссия бүлмәләрҙең йәшәүгә яраҡлы булыуын раҫлаған.

Әгәр ҙә фатир оҡшамаһа, ғаиләләр унан баш тартырға хоҡуҡлы. Был саҡта сират юғалыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки ул автоматик рәүештә киләһе йылға күсә, - ти хакимиәт вәкилдәре. Әйткәндәй, бөгөн Туймазы районында был категорияға ҡараған 36 кеше сиратта тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемлектең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә.

Илдар Байбулатов.