Сарала ҡатнашыусылар Ленин урамынан Салауат Юлаев майҙанына атлап үтте. Сәйәси уйынға бәлиғ булмаған балаларҙы йәлеп итеү күренештәре лә күҙәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Көндөҙгө сәғәт икелә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы янында йөҙәрләп кеше йыйылды. Был акцияға социаль селтәрҙәрҙә барған агитация этәргес бирҙе. Ул тәү сиратта, аңы әле нығынып өлгөрмәгән балалар һәм үҫмерҙәргә йүнәлтелгәйне. Сәйәси технологтар бәлиғ булмағандар араһында киң ҡулланылған «тик-ток» сервисын файҙаланды.
Был йәштә улар сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынып бармай. Әммә урамға сығыу, тиҫтерҙәр менән аралашыу теләге балаларҙы майҙанға этәрҙе. Акцияла ҡатнашыусыларҙың байтаҡ өлөшөнә ун дүрт йәшен дә тултырмаған үҫмерҙәр. Ризаһыҙлыҡ сараһы тураһында ҡайҙан ишеттегеҙ тигән һорауға – бер генә яуап – социаль селтәрҙән.
Бәлиғ булмағандарҙы рөхсәт ителмәгән сараларҙа ҡатнашыуға әйҙәү технологияларына ата-әсәләр ҡырҡа ҡаршы. Кисәге генә ТикТокта уйнаған балалар сыуалыштарҙа ҡатнашыуға күпләп саҡырыу алған.
Ата-әсәләр фекеренсә, йәмғиәт нығынмаған аҡылдарға тәьҫир итеү технологияһына юлыҡҡан. Был хәлгә бәйле республика етәкселеге лә борсолоуын белдерҙе. Яңыраҡ, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында үткән ултырышта, Радий Хәбиров алда күҙалланған митингҡа бәйле фекерен әйтеп үтте.
Йыш ҡына митингтарға ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө аҡса өсөн килә, ҡайһы берәүҙәрҙе провокациялар артынан йәлеп итә. Иң ҡурҡынысы - был төркөмгә балалар ҙа эләгә, ә бит уларҙың психикаһы үҫешеп бөтмәгән. Был осраҡта ата-әсәләргә икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки йәш быуындың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн тап ололар яуаплы. Бәлә килә ҡалһа урам сараларында әүҙем ҡатнашырға саҡырған агитаторҙарҙың юҡҡа сығыуы көн кеүек асыҡ.