Башҡортостан мәктәптәрендә тематик шәмбе ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәрбиәүе эштәр планына ярашлы, мәғариф учреждениеларында асыҡ һауала сәләмәтлек көнө, ғаилә эстафетаһы, класс сәғәттәре ойошторолдо. Октябрьский ҡалаһының 10-сы мәктәбендә  профйүнәлеш дәресе үтте.

6-11 синыф уҡыусылары «Киләсәккә билет» иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты менән танышты. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған. Башҡортостан был проектта дүртенсе йыл ҡатнаша. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн дә саф һауала төрлө уйындар үтте. 

Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандау һәм ғаиләләрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Бөгөнгө тематик шәмбе балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә байрам кәйефе бүләк иткәндер тип уйлайым.

Гөлнара Фирсова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы

«Сәләмәтлек көнө» Салауат ҡалаһында да уҙҙы. Мәҫәлән, кадет мәктәбендә күңелле эстафета ойошторолдо. Балалар тупты аяҡ аҫтына ҡыҫтырып йүгерҙе, таяҡ менән шарҙы тәгәрәтте, ҡулса аша үтеүҙә етеҙҙәрҙе асыҡланы. Ярыштар балаларҙың күңеленә хуш килде. 

Илдар Байбулатов.