23 февралгә тиклем «Рәсәй армияһына, авиация һәм флотҡа булышлыҡ итеү буйынса ирекле йәмғиәт»тең барлыҡ бүлексәләрендә лә спорт ярыштары үтә. Мәғариф учреждениеларында «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре» уҙғарыла.
Сараларҙың маҡсаты – йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, хәрби хеҙмәтте, сәләмәт тормошто пропагандалау. Әйткәндәй, бөгөнгө саңғы ярышында 12-cе айырым гвардия инженер бригадаһында хеҙмәт итеүселәр, яҙғы саҡырыш компанияһына махсус әҙерлек үтеүсе егеттәр ҙә ҡатнашты.
Гөлназ Хәйбуллина.