Февраль айында бер көнгә күберәк ял итәбеҙ

23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләнә. Быйыл ул шишәмбегә тура килә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, унан алдағы аҙналағы шәмбе барыһы өсөн эш көнө ителә, ял иһә дүшәмбегә күсерелә һәм өс көнлөк ял буласаҡ.