19 ғинуарҙан дезинфекция үткәреү өсөн махсус шыйыҡса бирелә башланы. Уны алмаған райондар ҙа бар. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ошо хаҡта белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт23 ғинуарҙа республикала “Иғтибар, ҡар” тигән акция үтте. Борис Беляев билдәләүенсә, унда 46 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 2 мең ярымдан ашыу техника йәлеп ителгән. 5 мең йорт ихатаһы, 10 мең йорттың ҡыйығы таҙартылған.