Башҡортостан студенттарының уҡып йөрөгәндә башлыса ниндәй өлкәләрҙә эшләүе лә асыҡланды

Башҡортостан  студенттарының уҡып  йөрөгәндә башлыса  ниндәй  өлкәләрҙә  эшләүе лә асыҡланды.  "ХедХантер" агентлығы  аналитиктары  буласаҡ белгестәр ҡыҙыҡһынған вакансиялар тураһында белешкән.  Асыҡланыуынса,  республика  студенттары  сауҙаға  өҫтөнлөк  бирә. Шулай  уҡ  финанс һәм банк эшен, идара  өлкәләрен һайлаусылар  күп  булған.  Киң  мәғлүмәт  сараларында  һәм  медицина  учреждениеларында  эшләүсе  студенттар  күп  түгел. Белгестәр быны  журналистика  һәм  һаулыҡ  һаҡлау  өлкәһендә  тәжрибә  кәрәк  булыуы  менән  аңлата.