Өфөлә Холокост ҡорбандарын иҫкә алдылар

Бөгөн Холокост ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сараға килеүселәргә “Хәтер күбәләктәре” тигән  балалар экспозицияһы тәҡдим ителде,  театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.  Монументаль композиция уҙған йыл  асылды,  ул Волга буйы федераль округында Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә арналған берҙән-бер һәйкәл иҫәпләнә.