Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлында авария

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл транспорт ваҡиғаһы Дыуан районы биләмәһендә теркәлде. 12 модель Ваз автомобиле менән Рено Сандеро бәрелеште. Водителдәрҙең тәүгеһе Ҡыйғы районынан, уға 26 йәш. Рено менән 35 йәшлек Дыуан районы вәкиле идара итеүе билдәле.

Авария һөҙөмтәһендә ул ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.Һауа торошо кинәт үҙгәреүгә бәйле автомобиль юлдарында ҡатмарлы хәл һаҡлана. Епшек ҡар һәм боҙлауыҡ аварияға эләгеү хәүефен арттыра ғына. Шуға ла водителдәргә икеләтә иғтибарлы булырға. Тиҙлек режимын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим тип билдәләй автоинспекторҙар.

Рафиҡ Әхмәтшин.