Башҡортостанда йәшәүсе 250 меңдән ашыу ғаилә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйҙыртҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Туғыҙ категория граждандарға ул бушлай бирелгән. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, был приборҙар биш йөҙгә яҡын кешенең, шул иҫәптән 205 баланың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән.

Яңыраҡ ведомство социаль селтәрҙәрҙә «Һәр йортҡа, һәр фатирға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма» тип исемләнгән челлендж иғлан итте. Флешмобта әүҙем ҡатнашып, креатив идеялар менән уртаҡлашыусыларҙы бүләктәр көтә.

Гөлназ Хәйбуллина.