Социаль мәсьәләләр буйынса күп каналлы телефон бәйләнеше булдырылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Социаль мәсьәләләрҙе күп каналлы телефон аша консультация алып хәл итергә мөмкин. Был хеҙмәт республика социаль яҡлау үҙәге филиалдарының 70 нөктәһендә эшләйәсәк.

Оператор-диспетчерҙар иртә менән халыҡтан социаль өлкәгә ҡараған һорауҙарҙы ҡабул итә башланы ла инде.

8(347)200-80-80

Экрандағы телефон һандарын республиканың һәр ҡалаһы һәм районы кешеләре ҡуллана ала. Торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге ташламалар, аҡсалата айлыҡ компенсациялар алыу тәртибе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү төрҙәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса граждандарҙан шылтыратыуҙар килә.

Күп каналлы телефон аша консультатив ярҙам күрһәтеү бөгөн генә старт алды. Сәғәт эсендә генә  ике йөҙгә яҡын шылтыратыу ҡабул иттек. Телефон аша һөйләшеүҙәр яҙылып бара,  белгестәр шунда уҡ яуап бирә алмаған ҡатмарлы осраҡтарҙа. был һорау эшкәртеүгә алына.

Николай Калмацкий, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры

Гүзәл Борханова.