Айына бер тапҡыр сыҡҡан башҡорт телендәге баҫманың аудиторияһы – мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс синыфтар уҡыусылары. Журнал күп тапҡырҙар Мәскәүҙә үткән «Матбуғаттың алтын фонды» халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң шәп баҫма булараҡ билдәләнгән.
2012 йылда «Аҡбуҙат» Рәсәй Журналистар союзы ойошторған илдең кескәйҙәр өсөн сығарылған баҫмалары араһында «Бәләкәй принц» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. 2020 йылдың сентябрендә баҫма Башҡортостан Башлығы грантына «Урал батыр» йәнһүрәтен сығарҙы.
Гөлдәриә Йосопова.