Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында йәшәгән Садиҡовтар ғаиләһе яралы ҡоралай балаһын йорт шарттарында аҫрап аяҡҡа баҫтыра. Ҡоралай балаһы әлеге ваҡытта үҙен яҡшы тоя. Кеше меннән ҡырағай хайуан араһындағы дуҫлыҡ хаҡында киләһе яҙмала.
Был нигеҙгә Бемби ярты йыл элек килеп эләгә. Ике аяғы ҡанһыраған ҡоралай балаһын йәлләп, Вилнур Садиҡов улы Айнур менән уны йорттарына алып ҡайта. Ветеринар саҡыртып яраларын тегәләр. Яҡшы тәрбиә һөҙөмтәһендә ҡырағай йәнлек бик тиҙ аяҡҡа баҫа. Ризыҡтарҙы йорт хужабикәһенең ҡулынан да ҡабул итә. Үҙенә яҡшы тәрбиә күрһәтүселәрҙе яҡын күрә, ә башҡа кешеләрҙән һаман да ҡурҡыу тойғоһон юғалтмаған,ти хужабикә.
Садиҡовтар ҡурала ике башмаҡ һимертә, Күптән түгел Бембиҙың яңғыҙына күңелһеҙ булмаһын өсөн иптәшкә кәзә һатып алғандар.
Ҡырағай йәнлек менән йорт хайуаны дуҫлашыуына хужалар ҙа ифрат шат. Һуңғы ваҡытта был йортҡа Бемби ҡушаматлы ҡоралай менән танышыу өсөн хәбәрсе-журналистар йышлаған. Улар һүрәтләмәләрен социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡҡас, ҡырағай йәнлекте үҙҙәренә алыра теләп, зоопарктарҙан да тәҡдимдәр артҡан.
Ҡырағай тәбиғәт шарттарында ауыр яралар алған Бемби Садиҡовтар ғаиләһе ярҙамында аяҡҡа баҫҡан. Рәхмәтле йән эйәһе менән ғаилә ағзалары ла хушлашырға теләмәй.
Садыҡовтар ҡулға эйәләштерелгән ҡоралай балаһының браконьер пуляһына һәм бүре тырнағына эләгеүенән ҡурҡа, шуға ла йорт шарттарында аҫраясаҡбыҙ тигән ҡарарға килгән.
Гүзәл Борханова.