Фажиғә сәбәбе газ һаҡлау резервуарының тишелеүенә бәйле булыуы ихтимал. Билдәле булыуынса, һауыттарҙа метан һәм водород фракциялары һаҡланған. Әлегә бер резервуар тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, икенсеһендә көслө янғын. Ялҡын бейеклеге яҡынса 15 метрға күтәрелә.
Янғынға 4-се ҡатмарлыҡ дәрәжәһе бирелгән. Әлегә раҫланмаған мәғлүмәт буйынса ғәҙәттән тыш хәлдә 1 кешенең ғүмере өҙөлөүе тураһында билдәле. Тағы бер хеҙмәткәрҙең зыян күреүе хаҡында хәбәр ителә. Ул ашығыс ярҙам машинаһында токсикология бүлегенә оҙатылған. «Башнефть» акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятие биләмәһендә оператив штаб ойошторолған. Янғын таралыу хәүефе юҡ. Утты һүндереү өсөн техника һәм көстәр етәрлек.