Стәрлетамаҡ районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, йәрәхәтләнеүселәр бар

Аварияла Карасевка ауылы янында такси автомобиле менән ГАЗ йөк машинаһына бәрелә. Зыян күргән такси водителе менән пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикалағы аварияларҙа 1 кеше һәләк булған, 4-әүһе йәрәхәт алған.