Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты буйынса фекер белешеү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты буйынса фекер белешеү ваҡыты 29 ғинуарға тиклем оҙайтылды. Уны Йәмәғәт палатаһы уҙғара. Ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифе кәрәкмәй, аноним рәүештә тәҡдимдәр ҡалдырырға мөмкин. Был мәсьәлә буйынса үткән фекер белешеүҙә 3700-гә яҡын ата-әсә ҡатнашҡан.