Кисә «Өфөоргсинтез» заводында газ резервуары шартлау һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындан һуң интернет киңлектәрендә халыҡҡа хәүеф янауы, эвакуация ойоштороласаҡ тигән имеш-мимеш таралды. Белгестәр хәбәрҙе инҡар итте.
Өфөлә эшләгән күсмә лабораториялар һауала зарарлы матдәләрҙең булмауын асыҡланы. Закон буйынса, фейк яңылыҡтар таратыусыға 700 мең һум күләмендә штраф һәм өс йылға иректән мәхрүм ителеү янай.
Әйтерһең дә ҡараңғы төндә ҡапыл ҡояш ҡалҡа. Тик был яҡтылыҡтың шартлау тауышы менән оҙатылыуы ғына халыҡта ниндәйҙер шик тыуҙыра. Һуңынан ғына шаһиттар завод биләмәһендә көслө янғын сығыуын абайлай.
Нефть эшкәртеү заводындағы янғын киске һигеҙенселәрҙә башлана. Уға ике резервуарҙың береһе тишелеүе сәбәпсе була. Тәүҙә ут менән предприятиеның үҙ янғын һүндереү хеҙмәте көрәшә. Һуңынан ҡотҡарыусылар килеп етә. Йәмғеһе янғын һүндереүгә 127 кеше һәм 44 берәмек техника йәлеп ителә.
Ялҡынды сикләү өсөн ҡотҡарыусыларға өс сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә. Ут һүндереү менән бер рәттән эргәләге резервуар шартламаһын өсөн уны һыуытыу талап ителә. Завод тирәләй шунда уҡ мобиль лаборатоииялар эшләй башланы. Тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләр булмауын асыҡланы. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡҡа борсолорға урын юҡ.
Ҡыҙғанысҡа янғын ҡорбандары ла бар. Тәүҙә хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған хеҙмәткәрҙең үле кәүҙәһе табылды. Тағы бер зыян күреүсе баш ҡаланың 21-се дауаханаһына оҙатылды. Һөрөм һулаған ирҙең хәле уртаса баһалана. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Ялҡынды төнгө өсөнсө яртыла ғына туҡтаталар. Ә бына янғын тулыһынса тик иртәнге етенселә генә һүндерелә. Артабан белгестәр ғәҙәттән тыш хәл сығыу сәбәптәрен асыҡланасаҡ.
Айнур Кәбиров.