Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди киҫелешендәге юл үткәргестең тороҡтарын һүтеүҙе тамамлау өсөн әлеге арауыҡта Өфөгә инеү һәм сығыу урыны ваҡытлыса ябыла.
Сикләү 26 ғинуарҙан 30-на тиклем төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә тиклем ғәмәлдә була. Ябылған участканы ике йүнәлештә лә Сочи урамы буйлап урап үтергә мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова.